Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы муниципаль практика” конкурсының республика этабы уҙҙы.
Призлы урынды алған муниципаль берәмектәр Башҡортостан Хөкүмәтенең дипломдарына һәм аҡсалата премияларға лайыҡ булды. Дүртөйлө районының Күкҡуян ауыл биләмәһе хакимиәте конкурста еңеп, 1 200 000 һум аҡсаға “МТЗ-82” тракторы һатып алды.