Иртәгәгә һауа торошо ниндәй?20.03.2019

Был хаҡта иң тәүҙә махсус үҙәк хеҙмәткәрҙәре белә.

23 март – Гидрометеорология хеҙмәткәрҙәре көнө

Киләһе көнгә һауа торошо, ҡыштың йәки яҙҙың нисек килеүе хаҡында күҙаллауҙар һәр заманда ла көнүҙәк булған. Борон-борондан кешеләр был хаҡта күҙәтеүҙәр алып барған, сағыштырған, һығымта яһаған. Ә бөгөн һауа торошона бәйле күҙаллауҙар менән айырым хеҙмәттәр шөғөлләнә. Заман менән бергә был тармаҡ та үҙгәрештәр кисерә һәм үҫешә.

Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса Башҡорт­остан идаралығы айырым хеҙмәт булараҡ 1986 йылда ойошторола, уға тиклем Өфө синоптиктары Урал территориаль идаралығына ҡараған була. Үҙәк хеҙ­мәт­кәрҙәре тирә-яҡ мөхиттең торошон, төрлө хәүефле тәбиғи күренештәр ихтималлығын күҙә­теү аҫтында тота. Улар был хаҡта респуб­ли­ка­ның дәүләт власы органдарын һәм халыҡты ва­ҡытында иҫ­кәр­тергә бурыслы. Шулай уҡ Баш­ҡорт­остандың ҡала һәм райондары буйынса һауа торошоноң бер-өс тәүлек, аҙналыҡ һәм ай­лыҡ күҙаллау­ҙарын яһау, яҙғы ташҡын мә­лендә йылғаларҙың һәм һыу һаҡлағыстар­ҙың ки­мәлен контролдә тотоу, ҡарҙың ҡалынлығы, тупраҡтың дымлылығы һәм башҡалар хаҡында мәғлүмәт еткереп барыу ҙа – тап ошо хеҙмәт иңендә.

Республикалағы һауа торошо тураһында иң беренсел мәғлүмәт идаралыҡтың метеорологик күҙал­лауҙар бүлегендә туплана. Бүлек хеҙмәткәрҙәре төбәгебеҙҙәге йонсоу көндәрҙең ҡасан аяҙға алмашыныуын, күпме миҡдарҙа яуым-төшөм көтө­лөүен, миҙгелдәрҙең нисек килеүен иң тәүгеләрҙән белергә бурыслы.

– Алдағы өс тәүлектә көтөлгән һауа торошо тураһындағы мәғлүмәт­тең дөрөҫлөккә тап килеүе 95 – 97 процент тәшкил итә. Аҙналыҡ һауа торошонда был күрһәткес – 90, ә оҙайлы күҙаллауҙарҙа 60 – 80 процентҡа тиң, – ти бүлек етәксеһе Гөлназ Заһитова.

Синоптиктар быйылғы ҡыштың сағыш­тыр­маса йылы, февралдә яуым-төшөм миҡдарының норманан – бер ярымға, ә мартта ике тапҡырға күберәк булыуын билдәләне. Яҙ ғәҙәт­тәгенән иртәрәк килһә лә, көндәр ҡа­пыл йылытманы, өҫтәүенә ер ҡышҡы миҙгелгә ҡоро инде, шуға күрә ташҡын хәүефе артыҡ ҙур түгел, ти белгестәр.

Әйткәндәй, бында хеҙмәтен ярат­ҡан, уны күңел биреп башҡарған ке­шеләр эшләй. Бүлек етәксеһе Гөлназ Әхәт ҡыҙы Санкт-Петербургтағы Рәсәй дәүләт гидрометеорология университетын тамамлаған, был тар­маҡҡа 25 йыл ғүмерен бағышлаған. Техник-синоптик Галина Шалга­нованың идаралыҡҡа эшкә килеүенә тиҙҙән дүрт тиҫтә йыл тула. Ул көн һайын уртаса һауа температураһын, яуым-төшөм миҡдарын билдәләп, теркәп бара. Ә инженер-синоптик Галина Данукалованың бурысы – донъя, ил күләмендәге һауа торошон күҙәтеп, тейешле мәғлүмәттәр алып, шуларға ярашлы, төбәгебеҙ өсөн күҙаллауҙар яһау. Ҡайһы тарафтан ниндәй циклон килеүен, уны ҡасан антициклон алмаштырыуын да иң тәүҙә ул белә.
Гидрометеорология хеҙмәткәрҙәре ябай ғына эш башҡара, йәғни һауа торошо хаҡында мәғлүмәт биреп бара, тип уйлаусылар ныҡ яңылыша. Ысын­барлыҡта улар иңенә тирә-яҡ мөхит­тең, йәмғиәттең, дөйөмләш­тереп әйт­кәндә, тотош кешелектең именлеген тәьмин итеү хәстәрлеге һалынған.


Вернуться назад