Стәрлетамаҡтағы 33-сө балалар баҡсаһы 2015 йылдың аҙағында эшләй башларға тейеш була. Әммә төҙөлөштә бик күп етешһеҙлек асыҡланып, бина сафҡа индерелмәй.Ошо мәсьәләне хәл итеүҙе һорап, ҡала халҡы социаль селтәрҙә республика етәксеһе Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәйне.
“Бинала бер ниндәй ҙә эш алып барылмай. Баҡса ябылғанлыҡтан, урынһыҙ ҡалдыҡ, балаларҙы башҡа учреждениеларға йөрөтөүе алыҫ”, – тип яҙҙы улар.
Асыҡланыуынса, төп сәбәп – “ПИ Башжилкоммунпроект” йәмғиәте тарафынан эшләнгән проекттағы хаталар, шулай уҡ “БашГарантСтрой” генераль подрядсыһының проект талаптарынан ситләшеүе.
“БашНИИстрой” институты төҙөлөш конструкцияларының төҙөлөш торошон тикшергән. Быйыл 23 ғинуарҙа процеста ҡатнашыусылар араһында килешеү төҙөлөп, әле бинала ремонт-тергеҙеү эштәре бара.
Балалар баҡсаһы мөдире Ольга Градусова әйтеүенсә, улар балаларҙы апрелдә ҡабул итергә мөмкин буласағына ышана. Радий Хәбиров бинаны ҡарап сыҡты һәм ҡала власына төҙөлөш барышын күҙәтеп барырға ҡушты.