Республика етәксеһенән – яҡшы баһа19.03.2019
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең эшенә яҡшы баһа бирҙе.

“Күренеп тора: урындағы власть һәм хакимиәт етәксеһе тыуған ҡалаһына, уның халҡына хәстәрлекле ҡарашта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ҡала республика яғынан ярҙамды тейешле кимәлдә алмаған. Был хәлде төҙәтәсәкбеҙ, Стәрлетамаҡтың үҫешенә булышлыҡ ҡыласаҡбыҙ”, – тине Радий Фәрит улы ҡаланың балалар дауаханаһында табиптар менән осрашыуҙа.

Республика етәксеһе был медицина учреждениеһының эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Дауахананың өс филиалы, 127 койкалыҡ (өҫтәүенә биш паллиатив койка) стационары бар. Ул поликлиника менән берлектә ҡалалағы 45 мең баланы хеҙмәтләндерә. Медицина учреждениеһына шулай уҡ эргә-тирәләге ете район беркетелгән.

Дауахананың баш табибы Борис Шәрипов әйтеүенсә, төп проблемаларҙың береһе – педиатрҙарҙың етешмәүе, улар менән тәьмин ителеш 45 процент ҡына. Радий Хәбиров бында, ғөмүмән, медицина белгестәренә мохтажлыҡ барлығын билдәләне. “Ҡала хакимиәте тармаҡҡа йәштәрҙе йәлеп итеү менән ныҡлы шөғөлләнергә тейеш. Был йәһәттән республика программалары булдырылды, һеҙҙән белгестәрҙе маҡсатлы йүнәлештә әҙерләү буйынса тәҡдимдәр көтәм, ярҙам итергә әҙермен”, – тине төбәк етәксеһе.

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ табиптары менән осрашыуҙа ҙур ҡалаларҙа, бәлки, медицина учреждениеларының эшенә йүнәлеш биргән һаулыҡ һаҡлау бүлексәләре булдырырға кәрәктер, тип билдәләне.
2020 – 2021 йылдарҙа “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы Башҡортостан ике санитар авиация вертолеты аласаҡ. Республикала һигеҙ вертолет майҙансығы өсөн урындар һайланған. “Иң мөһиме – был эшкә квалификациялы табиптарҙан тупланған дежур төркөмдәр кәрәк. Белеүемсә, ундайҙар әлегә юҡ”, – тине Радий Хәбиров.

“Һеҙҙең эшегеҙ бик ауыр. Һөнәри оҫталығығыҙға һәм пациенттарға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булыуығыҙға ышанам. Һеҙҙе төрлө хаҡһыҙ ғәйепләүҙәрҙән һәр саҡ һаҡлаясаҡмын”, – тине табиптарға республика етәксеһе.


Вернуться назад