Белореттар ҡор йыйҙы19.03.2019
Белоретта район башҡорттары ҡоролтайы үтте.

Ултырышта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың Яҙыусылыр союзы рәйесе Зәки Әлибаев, республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Заһир Ишкин һәм башҡалар ҡатнашты.

Урындағы милли ойошма рәйесе Илгиз Теләүбаев үткән ике йылда башҡарылған эштәргә байҡау яһаны.

Йыйында шулай уҡ эшһеҙлек, эскелек проблемалары күтәрелде, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәрен булдырыу, аҡһаҡалдар ҡорон ойоштороу һ.б. көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.


Вернуться назад