Һәр кем ҡотҡарыусы була ала13.06.2012
Дауаханаларҙа ҡанға ҡытлыҡ булмаһын өсөн мең кешегә 40 — 60 донор тура килергә тейеш. Алға киткән илдәр был кимәлгә күптән өлгәшкән. Рәсәйҙә ул күрһәткес — 11, 8, Башҡортостанда 19 кешегә тиң. Мәсьәләнең мөһимлеген тәрәнерәк аңлатыу, ауыр хәлдәгеләргә үҙ ҡанын бүләк итеүселәрҙе ишәйтеү йәһәтенән Бөтә донъя донор көнө мөһим сара булып тора.

Донор булыу ҡанығыҙ тура килгән кешенең ғүмерен ҡотҡарыу тигән һүҙ. Тимәк, ҡан — ул барлыҡ бүләктәрҙең иң ҡиммәтлеһе. Уға мохтаждар иһә донъяла көндән-көн күбәйә. Тапшырылған ҡан юл-транспорт һәләкәтенә тарыусыларға, ауыр сир менән донъяға килгән сабыйҙарға, операция яһатырға мәжбүр булыусыларға һәм башҡаларға һауа һымаҡ кәрәк.
Республикабыҙҙа былтыр 31 571 кеше ҡан тапшырған, уларҙың 7 754-е — тәүге тапҡыр. Барлығы 19 164,2 литр ҡан йыйылған. Әлеге көндә 11 326 яҡташыбыҙ "Почетлы донор" тигән оло исемде йөрөтә.
Республика ҡан тапшырыу станцияһының заманса ҡорамалдарҙа эшләүе, юғары квалификациялы табиптарҙың йәлеп ителеүе ҡанды алыу һәм һаҡлау шарттарын яҡшыртты. Донор булыу өсөн медицина тикшеренеүе үтмәҫкә мөмкин, сөнки барлыҡ анализдар станцияның үҙендә яһала, табиптар һәр кемдең тән температураһын, ҡан баҫымын, пульс тибешен тикшерә. Шунан һуң ғына ҡан тапшырырға рөхсәт бирелә. 18 йәше тулмаған, В һәм С гепатитын кисергән, туберкулёз, наркология һәм тире-венерик ауырыуҙар диспансерында иҫәптә тороусы граждандарҙан ҡан ҡабул ителмәй.
Кеше ғүмерен ҡотҡарыу өсөн күп ваҡыт кәрәкмәй. Ҡанды бөтөн килеш алыуға — 10-15, уның айырым компоненттарын ғына сығарыуға 40 минут талап ителә.
14 июндә Өфө ҡалаһындағы Салауат Юлаев майҙанында ҡан тапшырырға мөмкин. Махсус мобиль пункт иртәнге сәғәт 10-дан эшләйәсәк.

Галина ПОЛОЗОВА, Республика ҡан тапшырыу станцияһының бүлек мөдире:
— Даими ҡан тапшырыу донорҙың сәләмәтлегенә лә ыңғай йоғонто яһай. Инфаркт, тамырҙа ҡан төйөлөү, һалҡын тейҙереү кеүек сирҙәр улар араһында һирәк осрай. Боронғоларҙың да күп ауырыуға ҡаршы "яман ҡанды сығарыу" алымын ҡулланыуы билдәле.
Н. ХӘСӘНОВА әҙерләне.


Вернуться назад