“Инорс Өфөнөң башҡа райондарынан бер ниһе менән дә кәм түгел, һәм унан Бронкс яһарға юл ҡуймаясаҡбыҙ”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров.Ул 75 мең халыҡ йәшәгән биҫтәлә эш сәфәре менән булды. Республика етәксеһе Инорста енәйәтселектең юғары күрһәткестәрен билдәләп, был хәлде төҙәтеү планы тураһында һөйләне.
Бында, йәштәр көсөн дөрөҫ йүнәлештә файҙаланһын өсөн, спорт һәм мәҙәниәт объекттары төҙөләсәк; төп маршруттар буйынса 600 видеокүҙәтеү камераһы ҡуйыласаҡ; полиция яңы терәк пунктта урын алып, патрулдәрҙең һанын арттыра аласаҡ.
Радий Хәбиров Инорстағы барлыҡ йәмәғәт транспорты туҡталыштарын өҫтәмә рәүештә тревога төймәләре менән йыһазландырырға, шулай уҡ күл ярын төҙөкләндереү, унда хәүефһеҙлек саралары булдырыу хаҡында уйларға ҡушты.
Артабан Радий Хәбиров 22-се спорт мәктәбендә, мәғариф үҙәге (мәктәп, балалар баҡсаһы, спорт мәктәбе) төҙөлгән урында булды. Төҙөүселәр объекттың беренсе сиратын Республика көнөнә ҡарай тапшырырға вәғәҙә бирҙе.
Радий Фәрит улы “Акварель” торлаҡ комплексы һәм ошо уҡ атамалағы сауҙа-күңел асыу комплексы төҙөүсеһен, артабанғы эш йүнәлештәре хаҡында фекер алышыу маҡсатында, “Төҙөлөш сәғәте”нә саҡырҙы.