Афарин, Бишбүләк уҡыусылары!19.03.2019
Бөгөн республика тарихында тағы ла бер ҙур мәҙәни, әҙәби сараға нигеҙ һалынды: I Сафуан Яҡшығолов уҡыуҙары башланды.

Унда Башҡортостандың Мең ырыуына ҡараған 11 район уҡыусылары ҡатнаша. Положениеға ярашлы, шәхестең шиғырҙарын ятлайҙар, фәнни эшкә тартым инша яҙалар.

Сараның район этабы Бишбүләк районының 1-се мәктәбендә үтте. Башҡорт автономияһы башында торған, Мәскәүҙә үткән I Мосолмандар съезында ҡатнашҡан әүҙем йәмәғәтсе, мулла, шағир Сафуан Яҡшығоловтың шиғырҙарын яттан һөйләү – һис тә еңел эш түгел. Ул боронғо һүҙҙәр ҡулланып, саф башҡорт телендә яҙған.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, балалар шағирҙың әҫәрҙәрен һис ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ ятланы. Афарин, Бишбүләк уҡыусылары! Шаҡ ҡатырлыҡ хәл булды был минең өсөн, күҙемә йәш эркелеп тыңланым! Алдынғы идеялар менән янған, милләтенең яҡты киләсәген хәстәрләгән, заманында Башҡорт автономияһының юлбашсыһы Әхмәтзәки Вәлиди менән осрашып, бергә Илсеғол ауылына сәйәхәт ҡылған шағирҙың әҙәби мираҫы бөгөнгө уҡыусыларға бар тулылығында барып етергә тейеш!

Һәр районда ла бына ошолай үтһен ине Сафуан Яҡшығолов уҡыуҙары. Бишбүләктәр был йәһәттән оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Ҡырҡҡа яҡын бала – шиғыр уҡыу, өсәү инша яҙыу буйынса ярышты. Өс уҡыусы төбәк-ара конференцияға һайлап алынды.


Вернуться назад