Күпме стипендия биреләсәк?19.03.2019
Күпме стипендия биреләсәк?Иң яҡшы студенттарға һәм аспиранттарға бирелә торған стипендиялар тураһында Башҡортостан етәксеһенең Указы баҫылып сыҡты.

2019 йылдың 1 сентябренә 205 төрлө стипендия билдәләнәсәк. Уларҙың 30-ы (8050-шәр һумдан) – аспиранттарға, 50-һе (5750-шәр һумдан) – республика дәүләт юғары уҡыу йорттары студенттарына, 125-е (2300-әр һумдан) дәүләт махсус һөнәри уҡыу йорттары студенттарына тәғәйенләнә.

Түләүҙәр Мәғариф министрлығының белем биреү учреждениелары ҡарары нигеҙендәге тәҡдиме буйынса Хөкүмәт тарафынан билдәләнә.


Вернуться назад