Ятаҡты үҙ йорттарындай күреп...19.03.2019
БДУ-ның Сибай институтындағы 4-се дөйөм ятаҡ республика юғары уҡыу йорттары араһында уҙғарылған конкурста II дәрәжә диплом менән бүләкләнде.

Бында студенттарҙың яҡшы йәшәүе өсөн барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған: бүлмәләр йылы һәм яҡты, ашарға әҙерләү, йыуыныу урындарында бөтөн кәрәк-яраҡ бар, китапхана, спорт залы тейешле йыһазландырылған. Йәштәрҙең буш ваҡытын файҙалы, ҡыҙыҡлы үткәреү өсөн төрлө тематик кисәләр, осрашыуҙар йыш ойошторола.

Ятаҡта буфет булыуы ла студенттар өсөн бик йәтеш. Ризыҡтар тәмле, хаҡтары арзан.

Өҫтәүенә Сибай институты “Студенттарға йәшәү шарттарының һәм тәрбиә эшенең юғары кимәлдә ойошторолғаны өсөн” конкурсында еңеүсе исемен яуланы.


Вернуться назад