Атайсалын һөйгән абынмаҫ19.03.2019
Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре Бүребай урта мәктәбендә проект-тикшеренеү эштәре буйынса “Башҡортостан – минең Атайсалым!” тигән асыҡ конкурс ойошторҙо.

Сара Башҡортостандың 100 йыллығына арналды. Маҡсат – йәш быуын күңелендә ватансылыҡ тойғоһон арттырыу, тарихи-мәҙәни мираҫҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғәни Бикбаев әйтеүенсә, сарала Көйөргәҙе, Ейәнсура, Йылайыр, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла райондарынан һәм Баймаҡ ҡалаһынан эштәр тәҡдим ителгән. “Башҡортостандың тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылары”, "Минең халҡымдың ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары”, “Бер фотоһүрәт тарихы”, “Төбәктең туристик һуҡмаҡтары”, “Онотолған исемдәр... (Башҡорт мөстәҡиллеге үҫеше осоро эшмәкәрҙәре тураһында)”, “Минең ырыуым шәжәрәһе” тигән темаларға яҙылған 44 хеҙмәттең 37-һе финалға үткән.

Тантаналы сараны асып, Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина, мәғариф идаралығы етәксеһе Юлай Сиражетдинов һәм Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғәни Бикбаев ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе.

Проект эштәрен яҡлау өс секцияла барҙы. Баһалау комиссияһы составында тарих фәндәре кандидаты, Сибай институтының хоҡуҡ, дәүләт тарихы һәм теорияһы кафедраһы доценты Фуат Сөләймәнов, тарих фәндәре кандидаты, БДУ-ның Тарих һәм дәүләт идаралығы институтындағы Музей комплексы мөдире урынбаҫары Урал Кәримов, тарих фәндәре кандидаты, БДУ-ның Рәсәй тарихы, историография кафедраһы доценты Азамат Аҡъюлов, тарих фәндәре кандидаты, Сибайҙың Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Альбина Ярмуллинаның ҡатнашыуы сараға оло мәртәбә өҫтәне.

Фойела райондың өҫтәмә белем биреү учреждениелары, Әбүбәкер, Сиҙәм урта мәктәптәре тарафынан ойошторолған күргәҙмә конкурсҡа байрамса төҫ өҫтәне. Ҡунаҡтар шулай уҡ Бүребай мәктәбенең геология һәм минерология музейы менән яҡындан танышты.

Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.


Вернуться назад