Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеп19.03.2019
Белорет районында “Полиция һәм балалар” тип аталған иҫкәртеү операцияһы башланды.

Сараның төп маҡсаты – бәлиғ булмағандарҙы хоҡуҡ боҙоу ихтималлығынан һаҡлау, уларҙың һаулығын, күңел торошон хәстәрләү, имен булмаған ғаиләләрҙе асыҡлау.

Мәғлүмәттәргә килгәндә, әле Белорет районы буйынса 116 үҫмер һәм ата-әсәлек бурысын үтәмәгән 168 граждан профилактик иҫәптә тора. Былтыр полиция хеҙмәткәрҙәре хәүефле хәлдә йәшәгән 58 үҫмерҙе асыҡлаған, уларҙың 46-һы – социаль приютҡа, 12-һе район дауаханаһының балалар бүлегенә урынлаштырылған.

Әлеге операцияға ярашлы “хәүеф төркөмө”нә ҡараған ғаиләләр тикшереләсәк, йәштәр күпләп йыйыла торған урындар контролгә алынасаҡ, шулай уҡ уҡыу йорттарында үҫмерҙәр менән лекциялар, әңгәмәләр, осрашыуҙар ойоштороласаҡ.


Вернуться назад