Айыу балаларына исем эҙләш!19.03.2019
Быйыл айыуҙар ҡышҡы йоҡоһонан иртәрәк уянған. Өфө вольер хужалығында Маша ҡушаматлы йыртҡыстың балаларына ла өс ай булып киткән. Тәүҙә ул бәләкәстәренә яҡын ебәрмәгән. Әле иһә улар махсус йылы бүлмәлә тотола.

Әле йәш хайуандарға исем эҙләйҙәр. Уларҙың икеһе лә – инә айыу. “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Өфө ҡалаһы” төркөмөндә был йәһәттән Марта һәм Мария, Миләүшә һәм Мәликә, Маша һәм Даша, Марта һәм Весна, Зита һәм Гита, Лада һәм Рада, Ләйсән һәм Йәсмин, Фатима һәм Гөлбикә тигән тәҡдимдәр бар ҙа инде.




Вернуться назад