Өфө ресторандарына шылтыратып, үҙен Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы Динар Ғилметдинов тип таныштырған һәм аҡса талап иткән мутлашыусының тотолғанын хәбәр иткәйнек инде.
Әле судта уның эше ҡарала башланы. 34 йәшлек ир Сочи ҡалаһынан. Ул баш ҡалабыҙҙың дөйөм туҡланыу учреждениеларына шылтыратып, өҫтәл әҙерләүҙәрен үтенгән, шунан уға тиҙ үк аҡса кәрәклеген еткергән. Бер юлы уның телефоны параллель икәнлеген һылтау итеп, элемтәне өҙмәүҙәрен һораған.
Ошо рәүешле мутлашыусы өс ойошма хеҙмәткәрҙәрен алдап, 78 мең һум аҡса үҙләштергән. Элегерәк наркотиктар һаҡлаған өсөн дә хөкөм ителгәне булғас, уға биш йылға иркенән мәхрүм итеү янай.