
Радий Хәбиров Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында Тыныслыҡ урамындағы 62-се йортта йәшәгәндәр менән ихаталарҙы төҙөкләндереү, подъездарҙы ремонтлау мәсьәләһен тикшерҙе.
Урындағы халыҡ ихаталарҙа машиналарҙың күп йөрөүенә, балаларға хәүеф тыуҙырыуына зарланды. Төбәк етәксеһе ҡала власына ихатаға шлагбаум ҡуйыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
Былтыр йорт ихатаһында балалар өсөн уйын майҙансығы асылған. Радий Хәбировтың фекеренсә, был эш менән ҡабаланғандар, ихаталарҙы төҙөкләндереү комплекслы алып барылырға тейеш.
– Ихаталарҙа балаларға ла, өлкәндәргә лә уңайлыҡтар тыуҙырыу шарт. Автомобилдәр өсөн туҡталҡалар асыу зарур. Шул уҡ ваҡытта бөтә нәмә берҙәм, күркәм стилдә башҡарылырға тейеш, – тине ул.