Фатир һатыу тыйылды19.03.2019
Өфөнөң Киров районы прокуратураһында “Башҡортостан сәскәләре” торлаҡ комплексындағы 400-гә яҡын өлөшсөнөң хоҡуғын яҡлау мәсьәләһен тикшерҙеләр. Бында “Башстройкомплект” компанияһы төҙөлөштө тамамламаған.

Өлөшсөләр буласаҡ торлағына бер миллиард һум самаһы аҡсаһын тотонған. Төҙөлөш 2014 йылда башланған һәм бер йылдан туҡтап ҡалған. Әле төбәк власы торлаҡ комплексында эште аҙағына еткерергә тырыша, әммә әленән-әле проблемаларға юлыға. Шуларҙың береһе – өс ҡатлы 11 йорт һалыуҙы күҙ уңында тотҡан проектты боҙоу. Төҙөүселәр өҫтәмә рәүештә был йорттарҙа дүртенсе ҡатты һалған. Прокурорҙар уларҙағы торлаҡты һатырға рөхсәт итмәне. Хоҡуҡ һаҡлау ведомствоһында билдәләүҙәренсә, проектҡа экспертиза үткәрергә кәрәк. Ул ҡоролманың хәүефһеҙ булыуын иҫбатларға тейеш. Был осраҡта кооператив төҙөлөшкә өҫтәмә рөхсәт алып, майҙандарҙы һатыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Әле йорттарҙың күпселегендә эш 70-80 процентҡа тамамланған.

Әйткәндәй, проект документтарын боҙоу осраҡтары төҙөлөш тамамланмаған объекттарҙың күбеһенә хас.


Вернуться назад