Республикабыҙҙың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, шағир - философ, драматург Салауат Әбүзәрҙең аҡыллы драма әҫәрҙәрен режиссерҙар, театр репертуарына индереп, тамашасыларҙы лотерея отҡандай ҡыуандыра, тамаша залдары алҡыштарға күмелә. Авторҙың драма әҫәрҙәрендә, сәхнә шарттарына ярашлы, йәнле тормош бар, социаль проблемалар күтәрелә, эмоционаллек алғы планға сыға, актерҙар тамашасы һөйөүенә лайыҡ була…
Ғафури районының халыҡ театры үткән йылдарҙа Салауат Әбүзәрҙең “Байраҡ аҫтында” тигән комедияһын, “Усаҡ” тигән драмаһын сәхнәләштергән. Коллектив, яҡташ -авторҙың “Йәшлеккә ҡайтыу” пьесаһы буйынса бер шаршаулыҡ “Сәйнүк ҡайнап сыҡҡан арала” тигән комедия-гротескын сәхнәгә ҡуйып, “Алтын тирмә” милли театрҙарҙың төбәк-ара фестивалендә 20 халыҡ театры араһында икенсе урынды яулай, лауреат булып ҡайта. “Театр төнө” акцияһында ла халыҡ театры актерҙары шул әҫәрҙе Яңғыҙҡайын ауыл клубында күрһәтә, тамашасыларҙың алҡышына күмелә.
Район мәҙәниәт йортонда ла шул уҡ комедияны ҡуйып, үҙешмәкәр халыҡ театры райондаштарын һөйөндөрә, сөнки төбәктә күптән билдәлелек яулаған режиссер Зәйтүнә Зәйнәшева һәм ярҙамсыһы Гөлфирә Бәширова етәкселегендәге коллективта төрлө һөнәрле сәнғәт һөйөүселәр шөғөлләнә. Әйтәйек, “Сәйнүк мажараһы” тип атағым килгән сәхнә әҫәрен беҙгә Стәрлетамаҡ дәүләт драма театры һәм филармонияһы бинаһында ҡарарға насип булды. Фантазияға ҡоролған, бәлки, шул сәбәпле гротеск тип аталған әҫәр. Тәбиғәте менән лирик комедияға хас. Әҫәрҙә сәйнүк образы бик йыш телгә алына, сөнки тормошта бер ғаилә лә сәй эсмәйенсә йәшәмәй. Актерҙар мәрәкә итеп, сәйнүк тотоп бейей, башына ҡуйып әңгәмәләшә, уны төшөрөп тә ебәрә...
Сюжет буйынса, сәйер ҡылыҡлы Мансур (Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүәр Ғәзизов) менән Әҡлимә (театр сәнғәте ветераны Рима Зәйнуллина) оҙаҡ йылдар татыу ғүмер иткән. Әммә Мансур бер көн тәҙрәнән йәштәр туйын күрә лә йәшлек хыялын тормошҡа ашырмағанына үкенә һәм бер көнгә булһа ла йәшлегенә әйләнеп ҡайтырға ҡарар итә... Йәш Мансур (актер Фәнзил Ғәлиндең башҡарыу оҫталығына һоҡланырлыҡ) эшһеҙлек, эш эҙләү проблемаһына юлыға… Күршеләр араһында комик характерҙар асыла. Ҡарт Мансур үлгәндер тип, уны эҙләргә күршеләге дуҫы Зәйнулла, йәш Мансур һәм оло Мансурҙың ейәнсәре Ләләгә (артистка Эльвира Насирова) күҙе төшөп, өйләнергә уйлаған Илдар (артист Наил Вәлиев) сығып китәләр, тик ҡартты тапмайынса ҡайталар. Һөҙөмтәлә мөхәббәт өсмөйөштәре лә хасил була, еңелсә көлөүгә нигеҙләнгән күренештәрҙә Ләлә йәш Мансурға ғашиҡ була, Илдар Ләләгә ғашиҡ, Зәйнулла ҡарт “мәрхүмдең” ҡатыны Әҡлимәне яңғыҙ ҡалдырғыһы килмәй, тик “йәш Мансур” күрше ҡартын Әҡлимә “әбейенә” яҡын ебәрмәй. Финалда ғына ҡарт Мансур “терелә”, ә йәш Мансур юҡ була. Илдар менән Ләлә бергә ҡала… Ҡыҫҡаһы, халыҡ театры сәхнәләштергән комедия-гротеск комик хәл-ваҡиғаларға бай һәм мажаралы булды, иҫтә ҡалырлыҡ сағыу образдар ижад ителгән.