Яҡташтарының оло ғорурлығы булған Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романында бәләкәй генә Емештең үгәй әсәһенән ҡаса-боҫа тигәндәй шәл бәйләргә өйрәнеүен иҫләйһегеҙҙер. Ысын тормоштан алып һүрәтләнгән ул ваҡиға: ысынлап та, беҙҙең район ҡыҙҙары араһында бала саҡтан уҡ шәл бәйләргә өйрәнмәгәндәр бик һирәк. Хәйер, был сер түгел: данлыҡлы “Ырымбур шәлдәре” асылда Ейәнсура һәм Күгәрсен райондарында бәйләнә. Ҡойоп ҡына ҡуялар уларҙы бында! Һеҙ һүрәттә күргән Флүрә апай Шәһәрова ла – ана шул оҫталарҙың береһе.
Бикес ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Тәүәкәндә ғүмер иткән, тормош иптәше Вәхит ағай менән (уларҙың татыу ғаилә ҡороуҙарына уҙған йыл 60 йыл тулған) бер ул, бер ҡыҙ үҫтергән апай заманында сөгөлдөр ҙә утаған, фермала һыйыр ҙа һауған, бәрәс тә ҡараған. Колхоз эшенән ҡалмаған башҡа замандаштары кеүек үк, ул да ғүмер буйы шәл бәйләгән.
– Энә тоторға, бәйләргә үҙемдән биш йәшкә оло апайым Нәүбәһәр өйрәтте. Миңә 6-7 йәш самаһы ине ул ваҡытта. Элек бит ауыл халҡы шул кәсеп менән йәшәне: шәл һатҡан аҡсаға балалар уҡыттыҡ, өй һалдыҡ, өҫкә кейергә – кейем, йортҡа йыһаз алдыҡ. Хаҡы ла арыу сыға ине – күҙ нурын түгеп бәйләгән шәлдең аҡсаһы ҡайһы берҙә айлыҡ эш хаҡынан да арта ине.
Күп бәйләнек инде, ғүмер эсендә бәйләгән шәлдәремдең күҙен бер юлға теҙһәң, нисәмә саҡрым булыр ине икән, тип уйлап та ҡуям. Хәҙер олоғайҙым, шулай ҙа күңел һалып бәйләгән ҡул эштәремде юғары урында эшләгән етәкселәрҙең ҡатындарына, республикалағы абруйлы апай-еңгәйҙәргә бүләккә тип алғылап торғас, дәртләнеп китеп йәнә бәйләмгә тотонам, – ти һаман да энә менән дебетен ҡулынан төшөрмәгән шәл оҫтаһы.
“Ырымбур шәле”нең нәзәкәтлелегенә, йомшаҡлығына, йылылығына һәм, әлбиттә, матурлығына күптәр хайран, тиҙәр. Миңә ҡалһа, сере яп-ябай: уға бит Күгәрсен ҡыҙҙарының да күҙ нуры ҡушылған, күңел йылыһы һеңгән. Тәнде генә түгел, йәнде лә йылыта беҙҙең шәлдәр!