СигеүБаш ауыртыуынан, ҡолаҡ шаулауынан, нервы көсөргәнешенән, зиһен арыуынан, енси ағзаларҙың елһенеүенән, тарамыш тартылыуҙан, ҡул һәм аяҡтарҙың һөнәри сирҙәренән, бәүел, ҡан йөрөтөү, лимфа системаһы ауырыуҙарынан дауалай.
ТегеүКүҙгә, ҡулға, шулай уҡ, туранан-тура булмаһа ла, мейегә лә көслө тәьҫир итә. Ритм боҙолоуына бәйле йөрәк сирҙәрен дауалай, ҡан баҫымы түбәнәйә; нервы өҙлөгөүҙәре, шок, баш ауыртыуы, йоҡоһоҙлоҡ, талсығыу кеүек күренештәр иҫкәртелә йәки еңеләйтелә, эс ҡатыуға һәм күбеүгә бирешеүсәнлек кәмей, ҡан составы яҡшыра.
БәйләүЙөрәк-ҡан тамырҙары, аш һеңдереү ағзалары сирҙәренән, теш һәм баш ауыртыуынан, бөйөр елһенеүенән, нервы системаһы ауырыуҙарынан дауалай, арҡа һөйәге йәрәхәтләнгәндә, баш мейеһе һелкенгәндә ярҙам итә, депрессиянан тиҙерәк сығыуға булыша, ауыр тетрәнеүҙәрҙе кисереүҙе еңеләйтә.
ПэчворкБаш ауыртыуынан, организмда яңы хасил булыусы шештәрҙән, йөнгә аллергиянан, аяҡ ауыртыуынан һәм ҡорошҡа тотоуынан, һалҡын тейеүҙән, тын юлдары елһенеүҙән, тауыш тарамыштары сирҙәренән, танау ҡанауҙан, ҡандың насар ойошоуынан, аяҡта ҡан әйләнеше боҙолоуынан дауалай.
МӘРЙЕН йыйыуЙоҡоһоҙлоҡто, иғтибар тарҡаулығын, баш һәм теш ауыртыуын, матдәләр алмашыныуы боҙолоуын, тын юлдарының хроник сирҙәрен, көҙән йыйырыуҙан дауалай. Күҙ тейеү, ҡарғау кеүек кире күренештәрҙән аралай.
Ғөмүмән, ҡул эше организмдың күп системалары эшен нормаға килтерә. Депрессияға ҡаршы иң һөҙөмтәле алымдарҙың береһе. Шатлыҡ-ҡыуаныс, кинәнес бүләк итә. Тәбиғи булмышыбыҙға ҡайтырға ярҙам итә.