Аллаһ Тәғәлә кеше ҡайһы ерҙә генә йәшәмәһен, уға тормош көтөргә, шул ерҙә йәшәү сығанағы табырға мөмкинлек бирә. Тик изге уйың һәм хеҙмәт итергә теләгең булһын.
Беҙҙең яҡтағы ауыл халҡының йәшәү сығанағы булып күп осраҡта йорт хайуандары тора. Был яҙмамда минең өсөн иң ҡәҙерле, иң изгелекле хайуан – кәзә тураһында яҙғым килә. Беҙҙең яҡ халҡының һәм үҙемдең яҙмышым кәзәгә тығыҙ бәйле булмаһа, беҙҙең тормош нисек булыр ине икән, бәлки, бала сағым, үҫмер, йәшлек йылдарым улай уҡ бәхетле, кейемле, туҡ булып иҫтә ҡалмаҫ ине, тип уйлайым. Беҙҙең ғаиләлә ул ваҡытта ете баланы ашатып-кейендереп үҫтерер, уҡытыр өсөн, әлбиттә, хөкүмәт түләгән бәләкәй генә хеҙмәт хаҡын нисек кенә һуҙып-ҡыҫып тотһаң да етмәҫ ине. Ул йылдарҙа тамағыбыҙҙы туҡ, өҫтөбөҙҙө бөтөн, беҙҙе белемле иткән кәзә малы булды. Уның өҫтөндәге дебетте аҡсаға әйләндереп көн күргәнбеҙ.
Йә ялҡау, йә һуҡыр кеше генә шәл бәйләмәне ул йылдарҙа. Үҙе кәзә аҫрай алмаған кешегә дебет һатып алып бәйләргә мөмкинлек бар ине.
Әлеге ваҡытта мин йәшәп, тормош көтөп ятҡан Әлмәт ҡалаһы тирәһендә дебетте “мамыҡ” тиҙәр. Был яҡта бары тик һөт кәзәләрен генә аҫрайҙар. Кәзәләр барыһы ла аҡ төҫтә. Мин бер ваҡытта ла беҙҙең яҡтағы кеүек дебет кәзәләрен күргәнем юҡ. Шуның өсөн ошо мал тураһында һүҙ сыҡһа, үҙебеҙҙең яҡтың кәзәләренең ниндәй төҫтә, нимә өсөн аҫрағаныбыҙҙы тәфсирләп аңлатам. Болот һымаҡ тауҙы ҡаплап йөрөгән көтөүҙе бөтөнләй күҙаллай алмайҙар.
Кәзәләрҙең беҙҙең тормошта тотҡан роле тураһында һөйләйем: уларҙы нисек ҡысҡырта-ҡысҡырта тимер тешле тараҡ менән тарағаныбыҙҙы, дебетте һуғыуыбыҙҙы, иләүебеҙҙе, сиратыуыбыҙҙы... Күптәргә был шундай мәшәҡәтле эш булып күренә. Ҡыуандыҡ тигән ҡалаға ебәреп – шәлдең уртаһын, ә ситтәрен үҙебеҙ бәйләүебеҙ тураһында бик ҡыҙыҡһынып тыңлайҙар. Ситтәрен ҡарамайынса, бармаҡтарҙың һиҙемләүе менән бәйләүебеҙ иһә күп кешегә ышанмаҫлыҡ хәл. Кешеләр ҡыҙыҡһынып китә, беҙҙең яҡтың шәлен күргеләре, ябынғылары килә башлай.
...Бер егерме йыл элек эштә шәл тураһында һүҙ сыҡты ла мин беҙҙең яҡтың шәлен ябыныуға йомшаҡ булыуын, һыҙлаған ерҙең баҫылыуын, иҫ киткес йылылығын һөйләп бирҙем. Бер хеҙмәттәш ифрат ҡыҙығып китте: “Алып кил әле, һатып алам, ябынып ҡарайым”, – тип заказ бирҙе. Мин йәйгеһен Биштирәккә ҡайтҡас, уртансы ағайымдың ҡатыны Эльмира еңгәйҙән күлдәй ҙур итеп бәйләнгәнен алып килдем. Ул ҡара, матур һәм ҡабара башлағайны. “Әҙерәк аҫтыма түшәп ятып ҡабарттым да әле”, – тине еңгәй.
Беҙ ҙә шулай ҡабарта инек. Әсәй уртаһын Ҡыуандыҡта бәйләтеп алып ҡайтыуға, беҙ ситтәрен бәйләп ҡуя торғайныҡ. Ситтәрен ҡушып эше бөтмәй – ҡабартырға кәрәк. Ҡабармаһа, баҙарҙа һатып алыусылар хаҡын ныҡ төшөрә, шуға әсәй шәлдәрҙе аҫтыбыҙға түшәй ине. Бер нисә көн ул шәл өҫтөндә ятыу бик рәхәт түгел, сөнки ҡыллыраҡ дебеттән бәйләнгәне сәнсә, ҡысындыра. Ҡабара башлағас, һиҙелмәй. Оҙаҡ түшәп ятырға ла ярамай. Бөтәрләнә. Әҙерәк күтәрелә башлаһа, йомшарып, рәхәт була башлағас ҡына алына. Шунан ауыҙға һыу уртлап шәлгә бөркә-бөркә һелкеп, ҡыш көндәрендә йомшаҡ ҡар өҫтөндә ауната-ауната тағы ла ҡабартаһың да – шәл әҙер. Артабан инде ул Ҡыуандыҡҡа юл тота. Ул замандарҙа унда бик ҙур баҙар бар ине. Шунда инде бөтөн Ейәнсураның уңған, булдыҡлы ҡатындары шәл һатырға бара ине. Ҡыуандыҡтан ул шәлдәр тоҡ-тоҡ онға, килограмлап майға, һауыт-һауыт повидлоға, матур яңы кейемдәргә һәм башҡа көнкүреш тауарҙарына әйләнеп ҡайта ине.
...Шулай итеп, одеялдан аҙ ғына бәләкәйерәк шәлде алып килеп, бергә эшләгән ҡатынға һаттым. Оҙаҡламай үҙем торған ергә яҡыныраҡ бүтән мәктәпкә эшкә күстем. Юлдарыбыҙ айырылды. Шәлем оҡшанымы-юҡмы, белеп тә өлгөрмәнем тиерлек. Хәйер, матурлығы, ҙурлығы бик оҡшағайны – мин бит йәй алып килдем. Ә шәлде һынар өсөн ҡыштың сатлама һыуығы кәрәк.
Тау менән тау ғына осрашмай... Уҙған йәй ул ҡатынды урамда китеп барған еремдә осраттым. Шунда инде үҙебеҙҙең яҡтың шәленең артабанғы тарихын ишеттем, уның өсөн ғорурланып бөтә алманым.
Ул мине яҡын туғанын осратҡандай ҡыуанды. Сәбәбе әлеге лә баяғы ҡасандыр минән һатып алған Ейәнсура шәле ине. Ошо йылдар эсендә мине оноттормайынса иҫтә тоттороп тороусы тыуған яғымдың йомшаҡ, йылы, файҙалы шәле булған. “Эй, һине күреп, шул шәлең өсөн рәхмәт әйтермен тигәйнем. Белһәң, мин нисек рәхәтләнгәнемде, ҡәҙерләп кенә ябындым. Уның йылылығы! Ысынлап дөрөҫ әйткәнһең, уны ябынһаң, тәнгә рәхәт булып китә. Бил һыҙлаһа, билгә урайым, аяҡтар һыҙлаһа, аяҡтарға ябам, нисектер тән яҙылып, йомшарып китә. Муйынға һалып ҡуйһаң, баш ауыртыуы ла баҫыла. Ә нисек һаҡлап тоттом! Ҡыш бөтөүгә, аҙ ғына шампунь һалып, йылымса һыуҙа йыуам, аш һеркәһе ҡушып сайҡайым. Урамда елләтеп киптерәм. Шунан антимоль һалып, өс литрлы банкаға һалып, һәйбәтләп ауыҙына бер-ике ҡат марля бәйләп ҡуям.
Ҡоро урынға ҡуям. Көҙ көнө алып, һелкеп кенә ебәрәһең”, – тине ул. Мин йылмайып ҡуйҙым. Ошо ерҙә беҙҙең ул шәлдәрҙе әрһеҙләп ябынғаныбыҙ, бер ваҡытта ла өс литрлы банкаға һалып һаҡламағаныбыҙ иҫемә төштө лә ҡыҙыҡ булып китте. Һаҡлар инең дә, әгәр улар бер-ике бөртөк булһа. Ә бит аҙнаһына бер нисә шәл бәйләй инек.
Мин аптырап был ҡатындан һорай ҡуйҙым: “Әллә һаман да иҫәнме шәл?” “Ни тиклем һаҡлаһаң да, әйбер туҙа инде. Хәҙер инде мамығы аҙ ҡалды, ҡойолоп бөттө, ләкин һаман да йылы. Йә аяҡҡа, йә билгә бәйләйем. Ул туҙа башлағас, Волгоград яғы мамығынан бәйләнгән бик матур, йылҡылдап торған оҙон мамыҡлы шәл алғайным. Их, һеҙҙең яҡтың шәленә етмәне. Йылыһы бар, ләкин һөйәккә тиклем үтмәй, нисектер иретеп, тәнде яҙып ебәрмәй. Мамығы ла яһалма кеүек, ялтырый. Ҡупырайып берәй ергә ябынып барһаң ғына. Ҡартайған көнөмдә һеҙҙең яҡтың шәлен тағы берҙе алайым тип, һинең турала уйлай инем. Осрашып ҡайһылай һәйбәт булды. Алып кил әле мөмкинлек сыҡҡанда”, – тине.
Мин бына шундай данлыҡлы, йыы, шифалы шәл төбәгенән булғаныма бик ҡыуандым. Шәл генә булһа ла, беҙҙең яҡҡа бәйле әйбер миндә ғорурлыҡ хисе уятты.
Эй, тыуған яҡ, эй, изге яҡ! Күпме изгелегең тейгән һинең миңә. Ысынлап, төптән уйлаһаң, тормошобоҙҙо етеш итеп йәшәттереүсе шул кәзә малы булған. Кәзә малын тәрбиәләргә йыбанмаған, уны үрсеткән, ул биргән дебетен эшкәртеп, шәл итеп бәйләп, аҡсаһын беҙгә тотонған эшсән атай- әсәйҙәр булған өсөн рәхмәт. Башҡа ла ябындыҡ, бейәләй-ойоҡбаш итеп тә кейҙек, кофта-свитерҙар ҙа бәйләнек.
Әсәйҙәр бер-береһенә өмәгә йөрөнө, һуҡты, иләне. Ә беҙ биҙәктәрен ҡабатламаҫҡа тырышып, төрлө-төрлөнө һалып, ярыша-ярыша ситтәрен бәйләп ултырыуҙар иҫкә төшә. Шәхси эшҡыуар булғанбыҙ, заманса әйтһәк. Бала сағымдың кәзәгә бәйле йылы хәтирәләре мамыҡ шәл кеүек йылытып, тәнде яҙып, ниндәй генә замана килһә лә йәшәү көсө биреп тора.