Юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәш белгестәрҙе эш урыны, торлаҡ менән тәьмин итеү — республика етәкселегенең көнүҙәк мәсьәләләренең береһе. Һуңғы ваҡытта был өлкәлә һиҙелерлек үҙгәрештәр күҙәтелә.
Мәҫәлән, ауыл еренә эшкә ҡайтҡан йәш табиптар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә эшле лә, фатирлы ла була. Башҡортостан дәүләт медицина университетының Һауыҡтырыу факультетын тамамлаған Ейәнсура районы егете Рөстәм Әнүәр улы Исмәғилев биш йылдан ашыу Саҡмағош районының үҙәк район дауаханаһында психиатр-табип булып эшләй.
— Тормош иптәшем Ирина ошо райондан, ул да һөнәре буйынса табип. “Ауыл табибы” программаһы барлыҡҡа килгәс, ауылға ҡайтып йәшәү тураһында йыш уйлана башланыҡ, — ти Рөстәм Исмәғилев. — Әлбиттә, баш ҡалала йә булмаһа Ейәнсурала эшкә барырға мөмкинлектәр булды. Әммә Саҡмағош яҡтарын һайланыҡ, былай үкенмәйбеҙ, яратҡан эшебеҙ, беҙҙе ихтирам иткән татыу коллектив бар. Эйе, бөгөн ауыл дауаханаһы ҡаланыҡынан һис тә кәм түгел, шулай уҡ заманса йыһазландырылған, яңы медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән.
Районда Исмәғилевтәр ғаиләһе тиҙ арала үҙҙәрен тырыш, иғтибарлы, медицинаны яратҡан табип булараҡ таныта. Ирина бөгөн район үҙәгендә дарыухана мөдире вазифаһын башҡара. Эштә абруй, хөрмәт ҡаҙанһалар, ҡунаҡсыл Саҡмағош халҡы уларҙы уңған, эшһөйәр булараҡ белә. Әле йәштәр, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә район үҙәгендә матур итеп йорт төҙөп, өй туйлағандар. Ун сутыйҙа баҡса үҫтерә улар.