Сәғит ауылында тыуып үҫкән Әлфир Ҡәйепов үткән йылдың аҙағында егеттәрсә тәүәккәл аҙым яһап, тыуған ауылына фельдшер булып эшкә ҡайта.
Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында медицина колледжын тамамлағас, хеҙмәт юлын Аҡъяр үҙәк дауаханаһында башлай. Аҙаҡ Сибай медицина колледжында белемен камиллаштырып, фельдшер һөнәренә эйә була. Ауылдаштарының һаулығын ҡайғыртып, Сәғит фельдшер-акушерлыҡ пунктына ҡайтып эш башлауына һис тә үкенмәй ул. Етмәһә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Ауыл фельдшеры” программаһы тормошҡа ашырылһа, йәш белгестең бында ла үҙен һынап ҡарарға теләге ҙур.
– Ауылда йәшәүселәр өсөн фельдшер үҙе үк табип та, ашығыс ярҙам хеҙмәткәре лә, шәфҡәт туташы ла. Шул уҡ ваҡытта психолог та, гинеколог та, педиатр булырға ла тура килә. Күпселек осраҡта сирленең артабанғы яҙмышы һинең нисек эш итеүеңдән тора. Бындай осраҡта минут түгел, хатта секундтар хәл итеүе лә мөмкин, – ти Әлфир Земфир улы.
Көнөнә 10-15 кеше мөрәжәғәт итә. Кемдер уколға килһә, икенселәр ҡан баҫымын үлсәтә. Ауылда 12 бала иҫәпләнә, иң бәләкәй сабыйға алты ай. Ауырыуҙарҙың өйҙәренә лә йөрөргә, “Ашығыс ярҙам” машинаһын саҡыртырға ла тура килгән осраҡтар була.
Гиппократ антын биргән, тыуған еренә тоғро ҡалып, ауылдаштарының һаулығы һағында торорға тәүәккәлләгән Әлфир Ҡәйеповтың был аҙымы хуплауға һәм яҡлауға лайыҡ.
Йәш белгестең пландарына килгәндә, уларҙың барыһы ла тормошҡа ашырлыҡ: ошонда төпләнеп ҡалырға, кәләш алырға һәм “Ауыл фельдшеры” программаһына инеп, йорт төҙөргә хыяллана ул. Ә тәжрибәңә килгәндә, ул йылдар дауамында туплана. Иң мөһиме – әлегә башланғыс һәм теләк бар.