Ҡортсолар кәңәш ҡорҙо19.03.2019
Төп бурыс – “Апимондия”ны лайыҡлы ҡаршылау.

Уҙған ял көндәрендә Өфөлә Умартасыларҙың төбәк съезы үтте. Уның эшендә Рәсәй умартасыларының милли союзы президенты Арнольд Бутов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, ҡортсолоҡ өсөн кәрәкле ҡорамалдар етештергән предприятиелар, тармаҡ өсөн белгестәр әҙерләгән уҡыу йорттары етәкселәре, республиканың һәм күрше төбәктәрҙең умартасылары ҡатнашты.

Арнольд Георгиевич үҙ сығы­шында илебеҙҙә ҡортсолоҡ тарма­ғын үҫте­реү, донъя баҙарында тағы ла юғарыраҡ кимәлгә сығыу, был өлкәлә заманса алымдарҙы ҡул­ланыу һәм башҡа мөһим бурыстар тураһында һүҙ алып барҙы.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифа­һын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов йыл һайын сентябрь айында Бал фестивале үткәрергә тәҡдим итте.

– Беҙҙә “Һөт иле” фестивален уҙғарыу матур йолаға әйләнде, шуның ише Өфөнөң берәй матур майҙа­нында сентябрҙең йылы көн­дәрендә, мәҫәлән, әбейҙәр сыуағы мәлендә, Бал байрамы үткәреүгә нисек ҡарай­һығыҙ? – тип мөрәжәғәт итте ул съезда ҡатнашыусыларға. Умартасылар был тәҡдимде дәррәү ҡул сабыу менән хуплап ҡаршы алды.


Ғөмүмән, сара йәнле аралашыу рә­үешендә барҙы, ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды, тәҡдимдәрен еткерҙе. Күптәр 2021 йылда үтәсәк “Апимондия” конгресы алдынан киң мәғлүмәт сараларында тармаҡтың эшмәкәр­леген әүҙе­мерәк яҡтыртыу, теле­тапшы­рыу­ҙар сығарыу мөһимлеген белдерҙе.

Фойела тармаҡ ҡорамалдары, кәрәк-яраҡ, бал ҡорттарына тәғәйен препараттар менән танышырға мөмкин ине. Башҡортостан дәүләт аграр университетының ҡортсолоҡ, шәхси зоотехния һәм мал үрсетеү кафедраһы тәҡдим иткән методик әсбаптар, фәнни хеҙмәттәр һәм ҡорамалдар күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Кафедра мөдире Фәрит Вәлитов менән профессор Варис Туҡтаров улар хаҡында ентекле һәм мауыҡтырғыс итеп һөйләне.

Төрлө райондарҙан килгән умартасылар үҙҙәре етештергән татлы продукцияны тәҡдим итте. Федоровка районының Оло Сытырман ауылында йәшәгән Мортаза Солтан­ғолов халҡыбыҙҙың был кәсебен олатаһы Хисаметдиндән һәм атаһы Мостафанан мираҫ итеп алған. Ул ағасты ырып, солоҡҡа оҡшатып эшләнгән умарталарға өҫтөнлөк бирә.

– Уларҙа йыйылған кәрәҙле бал тәме менән дә, сифаты менән дә айы­рыла, – ти тәжрибәле ҡортсо. Шулай уҡ Мортаза ағай әсәһе һәм өләсәһе кеүек бал балы эшләү оҫта­һы булып танылған. “Өләсәйемдең рецебын яҙып алып ҡалмағанға үкенәм. Әле мин эсемлекте үҙемсә самалап, төрлөсә һынап ҡарап эшләйем, әммә бер ниндәй ҙә әсетке ҡушмайым, ата-бабабыҙ яһағанса, тәбиғи ысулға өҫтөнлөк бирәм, – тип шифалы эсемлекте яһау серҙәре менән дә уртаҡлашты ул.


Ырымбур өлкәһенән килгән эш­ҡыуар Роман Кириков “Пчелометр” тип аталған заманса ҡорамал менән таныштырҙы. Ул умарта­лыҡтағы хәл-торош, дадандарҙа күпме бал йыйылыуы, ҡышҡы осорҙа ҡорттарҙы һаҡлау уры­нындағы температура һәм башҡалар хаҡында ситтән, мәҫәлән, өйҙә килеш хәбәрҙар булырға ярҙам итә.

– Былтыр ошо ҡорамалды һатып алған танышым әле генә яныма килеп: “Телефоныма һаҡлағыстағы тем­пература 10 градусҡаса күтәре­леүе хаҡында смс-хәбәр килде. Ел­ләтеү торбаларын асырға ҡуштым”, – тип һөйләп торҙо. Бөгөн заманса технологиялар һәм уңайлыҡтар беҙҙең тармаҡҡа ла ҙур үҙгәрештәр индерә, – тип бәйән итте Роман ҡорамал менән ҡыҙыҡһынған һөнәрҙәштәренә.


Умартасыларҙың төбәк съезы мил­ли ризығыбыҙҙы тағы ла киңерәк танытыу, ҡортсолоҡ һәм солоҡсолоҡ кеүек матур кәсеп­тәребеҙгә иғтибарҙы арттырыу, төбәк балсыларын берләштереү йәһәтенән эшлекле майҙансыҡ ролен үтәне. Шулай уҡ был сара 47-се “Апимондия” халыҡ-ара конгресына әҙерлек булып торҙо.


Вернуться назад