Өфө табиптары өйөнә ҡайта18.03.2019
Сибайҙа сменалап эшләгән Өфө табиптары был аҙна аҙағында өйҙәренә ҡайта. Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров был хаҡта Хөкүмәттәге ултырышта белдерҙе.

Уның билдәләүенсә, Сибайҙағы һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре билдәләнгән һәм яйға һалынырға тейеш. Ҡалаға тар профилле табиптар етешмәй.

Билдәле булыуынса, быға ҡәҙәр Өфө белгестәренең Сибайҙан ҡайтыуы кисектерелә килде. Улар Урал аръяғы ҡалаһына экологик проблема осоронда ярҙамға ебәрелгәйне.


Вернуться назад