Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ16.03.2019
Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара.

Учреждение үҙ көсө менән 3 миллион һум торған “Sonoaser-7” маркалы заман аппаратын һатып алды. Быға тиклем бөтә пациенттар ҙа бер урында ҡабул ителә ине, хәҙер ололар һәм балалар айырым кабинеттарҙа тикшереү үтәсәк.

– Яңы аппарат сифатлы ультратауыш тикшереү үткәреп, сирҙәрҙе башланғыс стадияһында асыҡларға мөмкинлек бирәсәк, – ти табиптар.


Вернуться назад