– Һеҙҙең эшегеҙ ауыр һәм иҫ киткес күп. Өҫтәүенә игелекһеҙ, ризаһыҙлыҡ күрһәткән кешеләр табылып тора. Шуға ҡарамаҫтан, көндәлек хеҙмәтегеҙҙе еренә еткереп башҡараһығыҙ – ҙур рәхмәт!Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү көнөнә арналған тантаналы сара республика етәксеһе Радий Хәбировтың ошондай һүҙҙәре менән башланып китте.
Радий Фәрит улы тармаҡтың бер төркөм алдынғыларына Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын тапшырҙы. Шулай уҡ хеҙмәтендә ҙур уңышҡа өлгәшкән бер нисә коммуналь хеҙмәткәр Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Почет грамотаһына лайыҡ булды.
Тантана һуңында, күптән килгән йола булараҡ, матур концерт күрһәтелде.