Баймаҡ районының Ғүмәр халҡы күптән түгел “Сәләмәт ауыл-2018” район конкурсында еңеү яулап, берҙәм, дәртле булыуын күрһәтһә, ошо көндәрҙә йәнә бер сара үткәреп, барыһын да хайран итте.“Ҡышты оҙатыу” йолаһын атҡарҙы улар. Ошоға ярашлы, беренсе тапҡыр “Эх, быймаһы ла, быймаһы!” тигән сара гөрләп үтте.
Уны ойоштороусыларҙың береһе Минзәлә Үҙәнбаева әйтеүенсә, ауылдың оҫта хужабикәләре, һәр береһен үҙенсә биҙәп, төрлө нағыш һалып, 23 быйманы күргәҙмәгә алып сыҡҡан. Араларында ололар өсөн дә, балаларға тәғәйенләнгәндәре лә, хатта табанланғандары ла булған.
Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ үтһен?! Ғүмәрҙәр быймаға арнап төрлө шиғырҙар яҙған, таҡмаҡтар сығарған. Ошо аяҡ кейемен кейеп, ярыштар ойошторғандар, “Ҡышты оҙатыу” йолаларын күрһәткәндәр.
“Иң оҫта һәм уңған алтын ҡуллы ғаилә” номинацияһында Фирҙәүес Заманова ҡыҙы Нәркәс, ейәнсәре Наҙгөл менән (һүрәттә) еңеүгә лайыҡ булған. Флүрә Ноғоманова һәм Рәмзилә Хәсәнова “Иң йылы быйма табанлаусы” тигән мәртәбәле исем яулаған. Гүзәл Янтова менән Нурзиә Юлыева – “Иң үҙенсәлекле быйма”, Ғәлимә Хәсәнова, ағалы-ҡустылы Азамат һәм Салауат Ишбирҙиндар “Иң бәләкәй быйма” номинацияларында еңгән.
Шулай уҡ был аяҡ кейемен Башҡортостандың 100 йыллығына арнап биҙәгән Рима Үҙәнбаеваның эше барыһын да һоҡландырған.
Мәктәбе лә, клубы ла, китапханаһы ла булмаған ауыл халҡының әүҙемлеге, дәртлелеге, төрлө сараларҙы даими үткәреүе – күптәргә өлгө.