Нуриман районында үҙенсәлекле никах теркәлде: Тимерхәй Шәрәфетдиновҡа – 80, Клара Камаловаға 77 йәш.Башҡортостан Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының Нуриман районы ЗАГС бүлексәһендә әйтеүҙәренсә, өлкән йәштә мөнәсәбәттәрҙе рәсмиләштереүҙең төп сәбәбе, әлбиттә, яңғыҙлыҡтан арыныу, яҡын кешеңдең иғтибарын, хәстәрлеген тойоу теләгенә ҡайтып ҡала.
Тимерхәй Ғәбделмәжит улы менән Клара Фәтхинур ҡыҙына балалары, туғандары оҙон, бәхетле ғаилә тормошо, һаулыҡ теләне, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.