Әлмөхәмәт мәктәбе уҡыусыларының Надежда Саяховаға “Надя апай!” тип башҡортсалап өндәшеүен ишеткәнем бар. Бер нисә тапҡыр, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, ысынлап та уның башҡортса аңлаймы-юҡмы икәнлеген белергә теләп ситтән генә күҙәттем.
Уның балаларға башҡортсалап яуаплауы, әйткән һүҙҙәрен аңлап, йомоштарын үтәп, төрлө кәңәштәр биреүе Надежда Васильевнаға ҡарата ихтирамымды арттырҙы, ә инде иренең һуҡыр ҡалып, яҡтылыҡтан мәхрүм булғас, уны балалар кеүек ҡарауын ишеткәс, һоҡланыуым икеләтә үҫте.
Ҡатнаш никахта тыуған балалар күпселек әсәһенең телендә аралашыусан, ҡайһы ғаиләләрҙә ике милләттең телен дә яҡшы үҙләштергәндәре лә осрай. Был күренеш һәр ғаиләлә үҙенсә һалына. Ә башҡорт егетенә тормошҡа сығып, башҡорт улдары үҫтергән Надежда һәм Әсләм Саяховтарҙың ғаиләһендә милли рух өҫтөнлөк алыуы, улдарының халыҡ моңон яратыуы, ҡатынының башҡортса таҙа һөйләшеүе тик хуплауға ғына лайыҡ. Ауыл ерендә йәшәгәс, белмәй, ҡайҙа барһын, тип әйтер күптәр. Әммә кешенең үҙенең теләге булмай тороп, унан бер нәмәне лә һорап, үтенеп, бойороп эшләтеп булмай.
Сыуашстандың Чебоксар ҡалаһында донъяға килеп, балалыҡ йылдарын Спотара ҡасабаһында үткәргән Надя, һигеҙенсе класты тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһына уҡырға килә. Диплом алғас, ошонда уҡ “Балалар донъяһы” магазинында һатыусы булып эш башлай. Тап ошо металлургтар ҡалаһында үҙенең буласаҡ тормош иптәше Әсләм Әширәф улы менән осраша. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әсләм Саяховтың балалары күпселек сит милләт кешеләре менән ғаилә ҡорғанлыҡтан, уларҙың өйләнешеүенә, ғаиләһенә сыуаш килене өҫтәлеүенә шатланып риза булалар. Шулай итеп, күп милләтле Саяховтар нәҫеленә һылыу сыуаш ҡыҙы килен булып төшә. Бер-бер артлы өс улдары — Артур, Тимур һәм Руслан донъяға килә. Йәш ғаилә Магнитогорск ҡалаһынан ҡайтып, ауылда төпләнә. Йорт хужаһы совхозға урынлаша, хужабикә күрше Әлмөхәмәт ауылында мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй. Быйыл уның көн һайын йөрөп эшләүенә 18 йыл булып киткән. Күркәм йорт төҙөп, уны гөл-баҡсаға күмеп, мал, ҡош-ҡорт аҫрап йәшәп ятҡанда ғаиләгә бәхетһеҙлек килә: 1994 йылдың көҙөндә Әсләм Әширәф улы аттан ҡолап, ҡаты йәрәхәтләнә. Тәүҙә күҙе бер аҙ яҡтылыҡты тойһа, аҙаҡтан бөтөнләй һуҡырая. Төрлө дауахана тупһаһын тапап та алға китеш булмағас, уға I группа инвалидлыҡ бирелә. Йыраҡтан төшкән сыуаш килене ауырлыҡтарҙы еңеп, барыһына түҙеп, эшен дә ташламай, улдарына юғары белем биреп, иптәшен дә ҡарай. Күптән түгел бәхеттәрен тулыландырып, өлкән улы Артур башҡорт ҡыҙы Айһылыуға өйләнә. Тиҙҙән ата-әсәләрен тағы ла ҡыуандырып, йәштәр бәпәй алып ҡайтырға йыйына.
Надежда Васильевнаның иң яратҡан шөғөлө — салаттар эшләү. Уның тилбер ҡулдарына күҙ эйәрмәй, ҡышҡылыҡҡа әллә күпме салат әҙерләп, баҙына төшөрөп ҡуя. Аҙна һайын ялға ҡайтҡан студент улдарына алып китер өсөн иң уңайлы күстәнәс, ти уңған хужабикә. Аш-һыуға килгәндә, уға еткән кеше табылмаҫ: ниндәй генә тәмлекәстәр, бәлеш, торттар бешермәй ул! Хатта туй табындарына, юбилей тантаналарына заказ биреүселәр бихисап. Тап шундай ғаиләләр ауылдың ғына түгел, райондың, хатта республиканың матур биҙәгенә әүерелә. Уларҙың татыулығына һәм уңғанлығына һоҡланмау мөмкин түгел.
Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.