“Минең тыуған ҡырҙарым, балдай татлы һыуҙарым!”18.03.2019
Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы ошондай исем аҫтында “Шоңҡар” журналында эшләгән ҡәләмдәштәребеҙ шиғри бәйге иғлан итте.

Уның шарттары әллә ни ҡатмарлынан түгел: шиғыр яҙған һәр кем тыуған еренә арналған әҫәрен һөйләп, видеоға төшөрөргә һәм vk.com/bashkortostan_yaratam һылтанмаһы аша үтеп, бәйгенең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөнә һалырға тейеш. Шулай уҡ ҡатнашыусының “Шоңҡар” журналына яҙылған булыуы мотлаҡ.

Ярыш 1 апрелгә тиклем дауам итә. Еңеүселәрҙе “шоңҡар”ҙар журналдың юбилей кисәһендә сәләмләйәсәк.




Вернуться назад