Эскелек сираттағы тапҡыр бәләгә алып килде. Кисә Өфөләге магазиндарҙың береһендә ир кеше үҙен насар тоя һәм уға “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте саҡырталар. Бригада уны машинаға ултырта һәм ҡала дауаханаһына алып китә.
“Ашығыс ярҙам” машинаһы Салауат Юлаев проспекты буйлап китеп барғанда, иҫерек ир алйып, ҡапыл һикереп тора, ишеккә барып йәбешә һәм уны асып, ҙур тиҙлектә китеп барған автомобилдән һикерә. “Асфальтҡа ныҡ ҡына барып бәрелде һәм шунда уҡ йән бирҙе”, – тип һөйләй шаһиттар.
Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был ваҡиға буйынса тикшереү эше бара.