Поликлиникаңды исемлектән эҙлә: яҡшымы ул, насармы?18.03.2019
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы һәм иң насар поликлиникаларҙы билдәләне. Уларҙың эшмәкәрлеге туғыҙ йүнәлеш буйынса баһаланды.

Өлкәндәр өсөн учреждениелар араһында иң яҡшылары – Асҡын, Баймаҡ, Бөрйән, Йәрмәкәй, Йылайыр, Кушнаренко, Мәсәғүт,
Раевка, Стәрлебаш поликлиникалары һәм Талбазы үҙәк район дауаханаһы. Артта һөйрәлгәндәр иҫәбенә Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһы, Өфөләге 8-се, 10-сы, 12-се ҡала клиник дауаханалары, Стәрлетамаҡтағы 2-се ҡала клиник дауаханаһы, Өфөләге 2-се, 38-се, 50-се һәм Балаҡатай үҙәк район дауаханаһының поликлиникаһы ингән.

Балалар медицина учреждениеларынан иң алдынғылары тип Асҡын, Архангел, Благовещен, Бүздәк, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы, Мәсәғүт, Мишкә, Стәрлебаш, Талбазы үҙәк район дауаханаларыныҡы табылған. Ә бына Асҡар, Баҡалы, Балаҡатай, Иглин, Красноусол, Мәләүез үҙәк район дауаханаларындағы, Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһындағы, шулай уҡ баш ҡалалағы 4-се һәм 5-се поликлиникаларҙа хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел.



Вернуться назад