Мәғлүм булыуынса, республикала ярайһы уҡ ҙур күләмдәге төҙөлөш эштәре алып барыла. Аҡса бүленә, эш башлана, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡта теге йәки был сәбәптәр арҡаһында хәрәкәт туҡтап ҡала. Ошондай хәлдәрҙең торлаҡ төҙөлөшөнә генә түгел, ә бихисап социаль объекттарға ла ҡағылышлы булыуы икеләтә әсенеүле, сөнки тәү сиратта халыҡ мәнфәғәтенә зыян килә.
Әйтергә кәрәк, бындай проблемалар Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың иғтибарынан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай, сигнал алыу менән ул сара күреүҙе талап итә, һәр осраҡты шәхси контролдә тота. Миҫал өсөн, Өфөнөң Ғ. Амантай урамындағы төҙөлөштө генә алайыҡ. Былтыр ноябрҙә үк, Өфө ҡалаһы һәм районы хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре алдында сығыш яһағанда Радий Фәрит улы ошо медицина учреждениеһы тураһында әйтеп үткәйне:
– Ғ. Амантай урамында тулыһынса әҙер балалар поликлиникаһы бар. Тик подрядсы менән бәхәс сығыу сәбәпле, ул бишенсе йыл асылмай. Әгәр ҙә кешеләр 200-шәр йыл йәшәһә, әлбиттә, яҡшы булыр ине. Әммә был мөмкин түгел. Беҙгә, бигерәк тә халыҡ власть дилбегәһен ышанып тапшырған етәкселәргә һәр йыл ҙур әһәмиәткә эйә. Уйлап ҡарағыҙ: ошо тирәлә йәшәгән кешеләр, дүрт йылдан ашыу яҡындағы поликлиникаға балаларын йөрөтөү, медицина хеҙмәттәрен алыу урынына, әллә ҡайҙа барырға мәжбүр. Тиҙ арала был мәсьәлә буйынса ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ һәм поликлиниканы асыу көнөн билдәләйәсәкбеҙ.
Радий Фәрит улы һүҙендә торҙо: ошо хәлдән һуң БР буйынса эске эштәр министры менән һөйләшеп, поликлиниканың яҙмышы хәл ителде, тиҙ арала ремонт эштәре башланды. Бинала быға тиклем хәүефһеҙлек талаптарына һәм нормативтарына тап килмәгән етешһеҙлектәр бөтөрөлгән, яҡшы ремонт яһалған.
Ә бөгөн медицина учреждениеһына бәйле бәхәсле хәлгә, ниһайәт, нөктә ҡуйылды: баш ҡаланың Ғ. Амантай урамы, 7/1 адресы буйынса 2-се балалар поликлиникаһының 5-се филиалы асылды.
Артабан заманса йыһазландырылған яңы бинала Көньяҡ һәм Колгуевский биҫтәләрендә йәшәгән туғыҙ меңдән ашыу бала квалификациялы медицина ярҙамы аласаҡ. Быға тиклем урындағы халыҡ С. Кувыкин урамындағы поликлиникаға йөрөргә мәжбүр булған: беренсенән, был географик йәһәттән уңайһыҙ булһа, икенсенән сират мәсьәләһе лә киҫкен торған.
Поликлиниканың беренсе эш көнөндә үк ете айлыҡ ҡыҙына Манту прививкаһы яһатырға килгән Неля Мөхәмәтшина бик шат:
– Быға тиклем башҡа поликлиникаларҙың тупһаһын тапаныҡ. Сират ҙур булһа, бәғзе белгестәргә түләүле ҡабул итеүгә лә бара торғайныҡ. Ә хәҙер поликлиника эргәлә генә! Таҙа, матур, уңайлы! Бала менән көтөп ултырырға махсус бүлмә бар. Бик ҡыуаныслы хәл беҙҙең өсөн.
Ысынлап та, яңы поликлиника яҡты ла, уңайлы ла. Процедура һәм прививка кабинеттары, фильтр-бокс, бала һәм әсә бүлмәһе, сәләмәт бала кабинеты – һәммәһе лә бәләкәй пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер, педиатрҙар, башҡа белгестәр ҙә иркен бүлмәләрҙә ҡабул итәсәк. Уңайлыҡтар йәһәтенән дә учреждениела мөмкинлектәр бар: асыҡ регистратура, белгестәргә яҙылыу өсөн махсус терминал, коляскалар өсөн урын хәстәрләнгән.
Яңы поликлиниканы асыу тантанаһында Киров районы хакимиәте, медицина учреждениелары, ведомстволары вәкилдәренән тыш, Башҡортостан етәксеһенең ҡатыны Каринэ Хәбирова ла ҡатнашты. Ул поликлиника менән танышып сыҡҡандан һуң:
– Бала саҡта әсәйем менән ярайһы оҙаҡ ҡына табип ҡабул иткәнен көтөп ултырырға тура килгәнен хәтерләйем. Ошо минуттарҙы ҡыҫҡартыу йәһәтенән был поликлиникала бихисап эштәр атҡарылған, уңайлы шарттар булдырылған ата-әсәләр һәм балалар өсөн дә был ифрат мөһим, – тине.
Әйткәндәй, киләсәктә биҫтәлә тағы ла ҙурыраҡ, иркенерәк поликлиника төҙөү планлаштырыла. Унда ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы ла буласаҡ. Баш ҡаланың был төбәгендә йәштәрҙең күпләп йәшәүен иҫәпкә алғанда, был да – көнүҙәк ихтыяж.