Кәкүктең кәкүге лә үҙ нәҫелен ҡайғырта13.06.2012
Ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәге хеҙмәткәрҙәре, ауыр хәлдә ҡалғандарҙың тормош-көнкүреш шарттары менән яҡындан танышып, даими ярҙам күрһәтә. Был юлы улар Бикбау ауыл Советына ҡараған ауылдарға юлланды.

Бикбау ауылы. Электән яҡшы даны таралған халыҡ йәшәй бында. Тик замана ел-дауылы ныҡ ҡағылған уларға. Бәләкәй генә өй тәңгәленә килеп туҡтаныҡ. Иҫке өй менән йәнәш ҙур ғына йорт бураһы. Күренеп тора: күптән күтәрелә башлаған да эс бошорлоҡ өнһөҙ “һәйкәл”гә әйләнгән.
— Колхоз заманында бында эшлекле генә ғаилә йәшәгәнлеген һөйләй был “һаҡаллы” төҙөлөш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшһеҙлек, шуның һөҙөмтәһе булараҡ, эскелек тотош ғаиләнең бәкәленә һуҡҡан, — тип аңлатма бирҙе белгестәрҙең береһе. — Иң насары — ата-әсәнең эсеүе балаларының бәғерен телә. Ә улдарын ауыл халҡы яҡшы яҡтан телгә ала: бер эштән дә баш тартмайҙар, ауыл ҡарттарына, күрше-тирәһенә ярҙамсылдар. Уларҙың хәлен аңлап торған ауылдаштары егеттәрҙең хеҙмәтенә аҡсалата түләй.
Тәпәш кенә тупһа, ишек, күптән үҙенең тәүге тәбиғи төҫөн юғалтҡан, бер ниндәй ҙә буяу күрмәгән иҙән таҡталары, тимер карауат, өҫтәл ишараһы... Күҙҙән ирекһеҙҙән йәш атылып сыҡты. Астың хәлен туҡ белмәй, тиҙәр. Хәлле йәшәүселәр бөгөн бындай фәҡирлекте күҙ алдына ла килтерә алмаҫ. Ошонда үҫкән балаларҙың күңеле бөтөн булырмы? Тиҫтерҙәре араһында кәмһенеү тойғоһо кисермәҫтәрме? Артабанғы яҙмыштары нисек булыр был егеттәрҙең? Эштән ҡурҡмағас, бәлки, күтәрелеп, аяҡтарына ныҡлап баҫып китерҙәр. Эскелек һаҙлығына ғына бата күрмәһендәр инде бер үк.
Тағы ла бер йорт ҡапҡаһын асып индек. Оло йәштәге өләсәй дүрт ейән-ейәнсәрен бер үҙе тәрбиәләп үҫтергән, кеше итергә тырышҡан. Тик тормоштоң аяуһыҙлығы был ғаиләне лә урап үтмәгән: ейәнсәрҙәренең береһе йәшләй генә бәпәй күтәреп ҡайтып ингән. Күп тә үтмәй, икенсеһен алып ҡайтҡан...
Йоҙаҡлы ишеккә тап булып, кире боролдоҡ. Һуңынаныраҡ асыҡланыуынса, ике балалы йәш әсә икенсе балаһының атаһына эйәреп сығып киткән. Өләсәй сабыйҙарҙы әсәһе менән бергә ҡайтарышып биреүҙәрен үтенде. Ә йәш ҡатындың билдәһеҙлеккә сығып китеүен тәүгә ишеткән район үҙәге белгестәре ни әйтергә лә белмәй аптырап ҡалды.
Трушин ауылында Урта Муйнаҡта йәшәгән ҡустыһы һәм килененең өс балаһына берҙән-бер терәк-таянысҡа әйләнгән Гөлниса Аҡбутина менән осраштыҡ. Баҡһаң, килене, бынан бер нисә йыл элек өс сабыйын иренә ҡалдырып, Себер яҡтарына сығып киткән һәм балаларын бөтөнләй онотҡан. Бер нисә йыл үтеүгә, ул ире янына йөклө килеш ҡайтып, бала тапҡан. Әле эшһеҙ ир аҙғын ҡатыны менән ауылда “һуҡтырып” йөрөй. 16, 15, 13 йәштәге үҫмер ҡыҙҙар мәктәп-интернатта уҡый, каникулда инәйҙәренә килеп йәшәй.
— Яҙғы каникулда ла ҡыҙҙар миңә килгәйне, аталары бәләкәй ҡыҙын ҡурҡытып алып ҡайтып китте. Күп тә тормай, Урта Муйнаҡтан 13 йәшлек баланың һыра эсеп иҫереп йөрөүе тураһында шылтыраттылар. Ҡыҙҙар насар юлға баҫып ҡуймаһын тип ҡурҡып торам, — тип өҙгөләнә үҙенең ике балаһын күптән кеше иткән Гөлниса ханым. — Ата-әсәһе балаларының пособиеһын юллап алған, әммә уларға бер тине лә теймәй. Мөмкинлегемә ҡарап, үҙем кейендерәм, кәрәк-ярағын алып торам. Хәҙер ҡыҙҙарым минән уларҙы опекаға алыуымды үтенә. Тик бының өсөн ҡустым менән килен кешене ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итергә кәрәк.
Ошо уҡ ауылда ата-әсәһе эскелек менән мауыҡҡан, йәш балалары булған тағы ла ике ғаиләнең береһендә булырға тура килде — икенсе ғаилә, күрәһең, саҡырылмаған “ҡунаҡтар”ҙан ҡасып ҡотолоу яғын ҡараған.
Был ауыл хакимиәте биләмәһенә тағы ла Үрге Бикбирҙе, Түбәнге Бикбирҙе инә. Уларҙа ла хәлдәр шәптән түгел.
— Район буйлап йөрөһәң, бынан да насарыраҡ хәлдә йәшәгән ғаиләләргә юлығаһың. Хәҙер күнегеп тә бөткәнбеҙ. Эскән ата-әсәләрҙең сабыйҙарын тартып алып, приютҡа урынлаштырыу ҙа проблеманан сығыу юлы түгел: бала бала инде, ата-әсәһен һағынып бер була. Унан улар күпмелер ваҡыт приютта йәшәп, өҫтәре таҙа кейемгә, тамаҡтары йылы ашҡа туйып, мандып алғандан һуң, өйҙәренә кире ҡайтарыла. Һәм... был хәл тағы ла ҡабатлана, — ти социаль үҙәк бүлеге етәксеһе Фәнис Бирҙеғолов менән инспектор Нәғим Дәүләтбәков.
Кешеләрҙә кәкүккә ҡарата ике төрлө мөнәсәбәт йәшәй: берәүҙәр уны моңло тауышы өсөн яратһа, икенселәр йомортҡаларын сит ҡоштан баҫтырғаны өсөн өнәп етмәй. Үҙ балаһын ташлап киткән ир йәки ҡатынды “кәкүк” тип йөрөтәләр. Әммә әҙәм балаһының “кәкүклеген” ҡоштоҡо менән сағыштырып буламы икән?
Йәнбикә БАЙЫШЕВА.
Ейәнсура районы.


Вернуться назад