Һеҙҙең ауылда-ҡалала яҡтымы?18.03.2019
“Яҡты ҡала” республика программаһына ярашлы, 2024 йылға тиклем Башҡортостандағы биләмәләрҙә 140 мең яҡтыртҡыс һәм 43 мең бағана ҡуйыу күҙаллана. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Кирәев ошо турала белдерҙе.

Уның әйтеүенсә, ошо маҡсатҡа 3,8 миллиард һум аҡса йүнәлтеү планлаштырыла. 1 декабрҙән 15 мартҡа тиклем 22 райондың 161 биләмәһендә 3 610 яҡтыртҡыс ҡуйылған.

Өфө мэры Өлфәт Мостафин 6 851 яңы яҡтылыҡ нөктәһе һәм ике меңдән ашыу бағана ҡуйыласағын билдәләне. Уларға идара итеү өсөн дистанцион система булдырыла.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Өфө мәктәптәренә һәм балалар баҡсаларына илткән юлдарҙың яртыһында тиерлек яҡтыртҡыстарҙың әлегә тиклем ҡуйылмауы хаҡында әйтте. Өлфәт Мостафин белдереүенсә, был эш 1 сентябргә тамамланасаҡ.


Вернуться назад