Әрәм-шәрәм ителмәйәсәк18.03.2019
Республикала дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы сығарыу һәм һатыу күләмен иҫәпләүҙең автоматлаштырылған берҙәм системаһы ғәмәлгә индерелә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары сираттағы пленар ултырышта “Башҡортостанда урындағы әһәмиәттәге ер аҫты участкаларын файҙаланыу хоҡуғын алыу тәртибе тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индерергә ниәтләй.

Был үҙгәрештәр файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыуға кәртә ҡуйыуға йүнәлтелә. Закон проекты шулай уҡ ошондай участкаларҙан файҙаланыусы менән урындағы власть органы араһында ҡаҙылмалар сығарылған биләмәләге халыҡтың социаль-иҡтисади, экологик мәнфәғәттәрен үтәү тураһында килешеү төҙөүҙе күҙаллай.




Вернуться назад