Төбәк Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров республикала өмәләрҙе башлау һәм тамамлау ваҡытын билдәләне.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Кирәев әйтеүенсә, быйыл яҙ 25 марттан 30 апрелгә тиклем биләмәләрҙе таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса айлыҡ ойошторола. Тәүге өмә 6 апрелдә үтәсәк.
Яҙғы өмәләр нигеҙендә үткәрелергә тейешле 11 төп сара иҫәбенә сүп-сарҙы йыйып ситкә сығарыу, фасадтарҙы йыуыу, цоколдәрҙе, бордюрҙарҙы, ҡоймаларҙы буяу, йәшелләндереү, ағас ботаҡтарын киҫеү, ағартыу, канауҙарҙы таҙартыу, балалар майҙансыҡтарын, юлдарҙы йыйыштырыу инә.
Республика етәксеһенең күрһәтмәһенә ярашлы, тирә-яҡ 1 майға, һис юғында 7 майға тәртипкә килтерелергә тейеш.