Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн “Иғтибар, балалар!” тигән профилактик операция иғлан итте. Ул апрель баштарына тиклем барасаҡ.
Тиҙҙән уҡыусы балаларҙың күңелле яҙғы каникулы башлана, үҙ сиратында, ҡыҙҙар һәм малайҙар урамда күпләп йөрөй башлаясаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бигерәк тә бәләкәстәр, светофорҙың ҡыҙыл уты янһа ла, юл аша йүгереп сыға, йыш ҡына юл-транспорт ваҡиғаһына эләгә.
Бөгөнгә республикабыҙҙа үҫмерҙәр һәм балалар менән бәйле 77 авария теркәлгән. Уларҙа ике кеше һәләк булған, 86-һы йәрәхәт алған.