Тәүлек эсендә Башҡортостанда юлсылар 60 сантиметр х 15 сантиметр ҙурлыҡтағы, 5 сантиметр тәрәнлектәге соҡорҙарҙы ямарға тейеш. Бәләкәйерәк соҡорҙар иһә ете көн эсендә төҙәтеләсәк. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов ошо турала белдерҙе.
– Юлдағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡсатында интерактив карта төҙөлдө, программа прототиптары, мобиль ҡушымталар эшләнде. Улар әле тест үтә, 1 апрелдән файҙалана башларға мөмкин, – тине ул.
Төбәктә соҡорҙарҙы ямау буйынса әүҙем эш 15 апрелдә башланып, 15 июнгә тамамланырға тейеш. Республика етәксеһе Радий Хәбиров был срокты хупланы һәм бөтә муниципалитеттарға дәүләт комитетына юлдарҙы тәртипкә килтереү буйынса аҙна һайын отчет биреү бурысын йөкмәтте.
– Ҡушымтаға килгәндә, һеҙ миңә тәҡдим иткәндәрҙең береһе лә эшләмәй. Һанлы ҡушымталарҙың бөтә республикаға берҙәм булыуы шарт. Кеше был юлдың кемдеке икәнлеген тикшереп тормаясаҡ, фотоға төшөрөп ебәрҙе, яуабын алды, – тине ул.
Төбәк етәксеһе берҙәм республика программаһын ғәмәлгә индереү менән муниципаль программаларҙы ябырға ҡушты.