Баймаҡ районында хакимиәттең уҙған йылдағы эшмәкәрлеге менән халыҡты яҡындан таныштырыу, урындағы мәсьәләләрҙе өйрәнеү һәм күҙмә-күҙ ҡарап аралашыу маҡсатында мәғлүмәт төркөмдәре эшләй.
Мәғлүмәт төркөмө ағазалары күпселек ауыл биләмәләрендә булып, халыҡ менән осрашып, уларҙы борсоған проблемалар хаҡында ишетеп тә өлгөрҙө. Бындай осрашыуҙар ике яҡ өсөн дә отошло: етәкселәр мәсьәләне урында кешеләрҙең үҙҙәренән ишетһә, ауыл халҡы етәкселәрҙе күреп, уларға шәхсән мөрәжәғәт итә. Күпселек мәсьәләләр урында уҡ хәл ителә.
Баймаҡ районы хакимиәте вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев етәкселегендәге мәғлүмәт төркөмө ҡасандыр бар донъяға үҙенең иген фабрикаһы менән билдәле булған Ленин орденлы “Йылайыр” совхозы халҡы менән осрашты. Ә бында хәл итәһе проблемалар ҙа, эшләнәһе эштәр ҙә етәрлек.
“Һыуһыҙ күпме интегергә була?.. Күп фатирлы йорттарҙың подъездарында ремонт ҡасан яһалыр?.. Ни өсөн Баймаҡта балалар майҙансыҡтары бар, ә беҙҙә юҡ?..” тигән һорауҙар яуҙырҙы ауыл халҡы.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 38 йыл шәфҡәт туташы булып эшләгән Сафия Мөхәмәтйәнова ҡасандыр гөрләп торған дауахананың ябылыу алдында тороуын әсенеп һөйләне.
– Сирлеләр Баймаҡ, Сибай ҡалаларына йәки Иҫке Сибай дауханаһына йөрөргә мәжбүр. Педиатр, теш табибының булмауы хәлде йәнә ҡатмарлаштыра. Медицина учреждениеһына күптән ремонт талап ителә, һыу юҡ, бина ныҡ иҫкергән, – ти ул.
Уның һүҙҙәренә өлкән шәфҡәт туташы Алһыу Юнысбаева ҡушыла: “Беҙҙә туғыҙ бүлексәлә бөтәһе дүрт меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Дауаханала ни бары ун урын ғына”.
“Ялан” фольклор ансамбле ағзалары Миңһылыу Ҡылысова һәм Роза Сәлимованы авария хәлендәге мәҙәниәт йорто борсой.
– Клуб ябылды, музыкаль хеҙмәткәрҙәр юҡ, халыҡ нисек итеп мәҙәни тормошһоҙ йәшәргә тейеш? – тиҙәр.
Баймаҡ район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев әйтеүенсә, халыҡ һаман да элекке бай совхоз осорон һағынып йәшәүҙән арынмай. Күп проблемаларҙы ауыл биләмәһе башлығы менән бергәләшеп, аңлашып, үҙ-ара хәл итергә лә мөмкин.
Боҙ аҡрынлап урынынан ҡуҙғала, иң тәүҙә һыу проблемаһы хәл ителәсәк. Республика Хөкүмәте ярҙамында проект эштәре өсөн 17 миллион һум аҡса бүленгән. Шулай уҡ мәҙәниәт усағы ла яңыртыласаҡ, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары ла эшләнәсәк.
Мәғлүмәт төркөмө ағзалары халыҡтың үҙҙәрен дә әүҙемерәк булырға саҡырҙы, шулай уҡ ауылдарҙы төҙөкләндереүҙә ҙур ярҙам булған федераль һәм республика кимәлендәге “Уңайлы ҡала мөхите”, быйылдан иғлан ителгән “Тыуған урам” проекттарында ҡатнашырға тәҡдим итте.