Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 19 мартта урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуа, юлдарҙа – боҙлауыҡ.
Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 2-7, аяҙытҡанда 8-13 градус һалҡын булыуы, көндөҙ иһә 0-дән 5 градусҡа тиклем йылылыҡ көтөлә.
20 мартта һауа торошонда әллә ни үҙгәреш булмай.