Ял көнөндә Бөрйән районында фажиғәле хәл теркәлде.
Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һыу ятҡылығында эшләгән 38 йәшлек дайвер эш ваҡытында һәләк булды.
Иртәнсәк бөтәһе лә яҡшы тамамлана. Ә бына кискеһен һыуға сумғанда дайвер ҡапыл үҙен насар тоя. Уға беренсе медицина ярҙамы күрһәтәләр, әммә ирҙе ҡотҡара алмайҙар.
Был тикшеренеүселәр төркөмө Мәскәүҙән һәм Екатеринбургтан килгән була. Әйтеүҙәренсә, бөтә хәүефһеҙлек саралары теүәл үтәлгән. Бәләгә тарыған дайверҙың тәжрибәһе ҙур һәм тейешле сертификаттары була. Фажиғәле хәлдең сәбәптәрен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы үткәрелә.