Аслыҡ касафатымы икән... Кисә Октябрьский ҡалаһы халҡын аптырашта ҡалдырған хәл булған.
Көпә-көндөҙ бер нисә сәғәт буйы ҡала буйлап мышы йөрөгән. Ул балалар майҙансығына ингән, машиналарға барып бәрелгән. Етмәһә үҙе йәрәхәтләнгән дә булған. Ҡурҡҡан хайуан бер нисә автомобилгә зыян да килтергән.
Бер көн алда Нефтекамала ла шундай уҡ ваҡиғаға шаһит булғандар. Унда ла мышыны тиҙ генә тота алмағандар. Йоҡлата торған укол ҡаҙап ҡына уны аулағандар һәм урманға илткәндәр.