Миҙхәт ағай кедрҙары шаулар әле...18.03.2019
“Халыҡ һайлауы”, “Булмаҫлыҡты булдырып”, “Илһам”, “Беҙҙең заман геройы”, “Милләт ҡеүәте”, “Патриотизм”, “Демидов хәрәкәте”...

Өфөлә хәйриәлек менән шөғөлләнгән меценаттар балы уҙҙы. Унда “Төбәк лидерҙары” милли телевизион премияһы лауреаттарын бүләкләнеләр.
Ҡатнашыусылар һанап үтелгән ете номинация буйынса билдәләнде.

Награда алыусылар араһында өлкән йәштәге яңғыҙ кешеләргә, етем балаларға ярҙам иткән изге йөрәкле ҡатындар ҙа, ҙур проекттар менән шөғөлләнгән йәмәғәт хәрәкәте етәкселәре лә бар ине. Мәҫәлән, Ауырғазы районында тыуып үҫкән, хәҙер Себерҙә йәшәгән Миҙхәт Хәсәнов тыуған яғына меңдән дә бер йөҙ кедр ағасы үҫентеһе алып ҡайтып, уларҙы ирекмәндәр менән төрлө райондарҙа ултыртып сыға. Шулай уҡ бергәләп 11 һыу ятҡылыған таҙарталар. Яҡташыбыҙ “Патриотизм” номинацияһы лауреаты булды.



Вернуться назад