Иҫеректең күҙенә аҡ-ҡара күренмәгәндер17.03.2019
Үткән тәүлектә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл ҡағиҙәһен боҙоуҙың 2700 осрағы теркәлгән, айыҡ булмаған 54 водитель тотолған.

Шулай уҡ биш авария булған, уларҙа бишәү төрлө йәрәхәт алған, бер кешенең ғүмере өҙөлгән.

Атап әйткәндә, кис Иглин районының Первомайский ауылында “ВАЗ-2114” машинаһы водителе 71 йәшлек йәйәүлене тапаған. Алған йәрәхәттәрҙән пенсионер шул урында йән биргән.

Водитель әйтеүенсә, йәйәүле юлға ҡапыл килеп сыҡҡан. Шул уҡ ваҡытта, асыҡланыуынса, рулдәге ир иҫерек булған.


Вернуться назад