“Рус түгелмен, ләкин россиянмын...” Беҙҙең нисә быуын инде бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең ошо юлдарын ятлап үҫте. Тарихы буйынса ғына түгел, ә халҡының, географияһының, климатының һ.б. күп төрлөлөгө буйынса ла ҡатмарлы дәүләт ул, мәҙәниәттәр гөлләмәһе ул – Рәсәй Федерацияһы. Быйыл беҙ уның бөтөн милләттәренең төп байрамын – Рәсәй көнөн егерменсе тапҡыр билдәләйбеҙ.