Тиҙҙән Өфөнөң Киров урамы, 91 һәм Әй урамы, 63 адрестары буйынса урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙың алдында төҙөкләндерелгән яңы ихата буласаҡ.Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был проект менән танышты, шул йорттарҙа йәшәгән кешеләрҙең теләк-тәҡдимдәрен тыңланы, фекер алышты.
Уйын майҙансығында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә айырыуса ҙур иғтибар бүленергә тейеш, тине республика етәксеһе. Ул шулай уҡ әлеге хоккей ҡабы урынында күп функциялы спорт комплексы төҙөлөргә, һөҙөмтәлә балаларға йыл дауамында спорт уйындарынан айырылмау мөмкинлеге тыуҙырылырға тейеш тип белдерҙе.
Радий Фәрит улы әйтеүенсә, кешеләр йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереүҙә, йәшелләндереүҙә әүҙем ҡатнашырға тейеш.
“Яҙ һәм көҙ ағас ултыртыу буйынса акция уҙғарасаҡбыҙ. Был сараға балаларҙы әүҙем йәлеп итергә кәрәк. Ҡалабыҙ хәҙер ул тиклем үк йәшел түгел. Шуның өсөн дә ағас ултырта башлау мөһим, шул иҫәптән ихаталарҙа ла”, – тине республика етәксеһе.
Быйыл, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин әйтеүенсә, “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 85 ихата төҙөкләндереләсәк. Эштең дөйөм хаҡы – 575,5 миллион һум самаһы.