Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙ ниндәй генә эштәре менән һоҡландырмай бөгөн! Мәҫәлән, районда йәшәгән гүзәл заттарыбыҙҙың береһе балаларына фетрҙан пазлдар тегеп биргән.“Һүҙ юҡ, бөгөн магазиндарҙа уйынсыҡ шул ҡәҙәр күп, – ти дүрт бала әсәһе Таңһылыу Мәжитова. – Әммә уларҙың барыһы ла яҡшы тип әйтеп булмай: бәләкәстәр өсөн хәүеф тыуҙырғандары етерлек. Ошоно күҙ уңында тотоп, үҙем төрлө уйынсыҡтар эшләргә тырышам. Балаларға ла ҡыуаныс, үҙемә лә ҡыҙыҡ. Әлеге пазлдарҙы айырыуса бәләкәй улым яратты. Ул йыя, эргәһендә ағаһы дөрөҫлөгөн тикшереп, төҙәтеп тора”.
Бөрйән районының Яңы Усман ауылында йәшәгән Таңһылыу Рәсүл ҡыҙы милли биҙәүестәр ҙә эшләй, башҡорт ҡурсаҡтары тегә.