Иң шәп уҡыу кабинеты – Темәстә!17.03.2019
Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан иң яҡшы уҡыу кабинетына ярыш ойошторҙо.

Конкурста 35 белем усағы үҙ көсөн һынап ҡарап, уларҙың 23-ө артабан ҡатнашыу хоҡуғын алған.

Һөҙөмтәлә Темәс урта мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү кабинеты гран-при яуланы. Уҡытыусы Илнур Ғүмәров белдереүенсә, Темәстең данлы һәм шанлы тарихы – үҙе бер музейға торорлоҡ. Белеүебеҙсә, республикабыҙҙың барлыҡҡа килеүендә уның өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Экспонаттарға бай, яҡты, матур кабинеттарҙа белем алыуҙың уҡыусылар өсөн файҙаһы бигерәк тә ҙур.


Вернуться назад