Ҡырҡ йәшкә лә етмәйенсә...17.03.2019
Йырсы Юлия Началова фани донъя менән хушлашты.

Әлбиттә, быға ышаныуы ҡыйын, әммә рәсми сығанаҡтар алдамай. Күптәрҙең үлеме бөгөн яман шешкә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә бәйле – быға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күнегеп тә барабыҙ кеүек.

Ә йәш йырсының диагнозы – подагра, диабет. Үлемесле сирҙәр инеме һуң? Баҡтиһәң, эйе.

Ауырыуҙың тарихы ла ҡурҡыныс: Юлия аяғы ҡырылыуҙан барлыҡҡа килгән бәләкәй яра менән дауаханаға эләгә, диабет һәм подагра булыу сәбәпле, яра төҙәлмәй, гангренаға әйләнә. Унан – яһалма кома, мейе һәм үпкәнең шешеүе, йөрәк-ҡан тамырҙары сире һәм үлем...

Ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын талантлы йырсының...


Вернуться назад